+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 18:12

Культура.РФ порталында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә башлай

Республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте буйынса оҫталыҡ дәрестәр серияһын башлай. Улар һәр шәмбе һайын уҙғарыласаҡ.

Оҫталыҡ дәрестәренә үҙ эшен белгән сәнғәт әһелдәре йәлеп ителгән. Барлығы биш сығарылыш көтөлә. Тамашасылар ҡурай-ҡумыҙҙа уйнарға ла, өзләргә лә, башҡорт бейеүҙәрен бейергә лә өйрәнәсәк.
– Оҫталыҡ дәрестәре иң беренсе нәүбәттә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн методик ҡулланма булараҡ тәғәйенләнгән. Улар Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренә эштәрен еңелләштерергә ярҙам итәсәк, – ти Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов.
Бында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе, ҡурайсы Ринат Рамаҙанов, «ZAINETDIN» этно-шоу проекты солисы, музыкант, күп уйын ҡоралдарында уйнаусы, бейеүсе Заһир Зәйнетдинов, педагог-хореограф, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина оҫталыҡ серҙәре менән бүлешәсәк.
Тәүге оҫталыҡ дәресе 6 февралдә Культура.РФ порталында тура эфирҙа үтә. Ул Өфө ваҡыты менән иртәнге 11-ҙә башланасаҡ.
Читайте нас: