+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 12:45

Богданов Европа уҙышында ҡатнаша

Яҡташыбыҙ Никита Богданов үҫмерҙәр араһында уҙған боҙҙағы мотоуҙышта Рәсәй чемпионы булды. Ярыштың һуңғы этабы 7 февралдә Өфөнөң "Төҙөүсе" стадионында үтте.

Беренсе көндән һуң финалға дүрт спортсы сыҡты: Башҡортостан егеттәре Никита Богданов менән Никита Тарасов, Тольяттиҙан Евгений Сайдуллин һәм Каменск-Уральск уҙышсыһы Иван Хужин. Тәүҙә Иван Никита Богданов менән беренсе урын өсөн көрәшер кеүек тойола ине. Әммә ҡунаҡ егетен тәүге көндәге кеүек, уҙыштарҙың береһендә ҡатнаштырманылар, ә һуңғыһында яҡташыбыҙҙан артта ҡалды. Шулай итеп, ике йыллыҡ тәнәфестән һуң Никита Богданов алтын миҙал яуланы. Ул ярышты 29 мәрәй менән тамамланы. Бронза – Никита Тарасовта. Ә көмөш миҙалды Тольятти спортсыһы Евгений Сайдуллин эләктерҙе. Шуны ла әйтергә кәрәк, Богданов спидвей буйынса Европа чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын да алды.
© Сергей Афанасьев фотоһы.
Читайте нас: