+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 17:55

Көндәр бер һыуыта, бер йылыта...

8 –10 февралдә Башҡортостанда көндәр һалҡын торасаҡ. Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ термометр бағанаһы -19, -22 күрһәтһә, төндә минус 22 – 28 градусҡаса төшә. Елдең тиҙлеге секундына 11 метрға етеүе мөмкин.

11–12 февралдә көндәр йылытып, Өфөлә көндөҙгө сәғәттәрҙә -10 тирәһе була, көслө ҡар яуыуы көтөлә. Ял көндәренә, илдең Европа өлөшөнән йылы һауа массаларының килеүе сәбәпле, тағы ла нығыраҡ йылыта. Йәкшәмбе, 14 февралдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында ни бары 2 градус һалҡын була.
Быйылғы февраль бик үҙенсәлекле, йә йылыты, йә һыуыта... Бына шулай тәбиғәттең үҙ ҡанундары, ни хәл итәһең...
Читайте нас: