+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 11:33

Ҡайһы бер контроль һәм тикшереү эштәре лә компьютер форматҡа күсереләсәк

Белеүегеҙсә, быйыл информатиканан БДИ компьютерҙа үтәсәк. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә һынау үткәрергә әҙер.

Быйыл информатиканан БДИ тәүге тапҡыр компьютер формаһында ойошторола. Ведомство етәксеһе Анзор Музаев әйтеүенсә, төбәктәргә кәрәкле компьютер ҡоролмалары һатып алынған, һынауҙы штат режимға индерер алдынан йомғаҡлау апробацияһы үткәреләсәк. Ул информатиканан БДИ тапшырыусыларҙың һаны йылдан-йыл артыуын билдәләне. Алдағы көндәрҙә мәктәптең ҡайһы бер контроль һәм тикшереү эштәре лә компьютер форматҡа күсереләсәк.
Читайте нас: