+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 15:20

Беҙҙең фильм – еңеүсе

Беларусь Республикаһында үткән "Лаурус" халыҡ-ара кинофестивалендә "Иң яҡшы фильм" номинацияһында билдәле режиссёр Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" тип исемләнгән тарихи картинаһы еңеү яуланы.

Ул инглиз телендәге субтитрҙар менән күрһәтелде.
Фильм башҡорт профессиональ сәнғәте, әҙәбиәте, драма һәм музыкаль театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы тураһында. Фестивалдә Рәсәй, Израиль, Бөйөк Британия, АҠШ, Болгария, Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡытай һәм Австралияның кино эштәре күрһәтелде.
Фото gorobzor.ru сайтынан.
Читайте нас: