+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 18:36

«Илһамлы яҙмыштар» китабының исем туйы үтәсәк

18 февралдә баш ҡалабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы күренекле журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың яңы «Илһамлы яҙмыштар» тигән китабының исем туйына саҡыра.

Милли әҙәбиәт музейының «Илһамлы яҙмыштар» проекты Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығы Грантына тормошҡа ашырылған. Был көндө исем туйы, әҙәби-музыкаль сәғәт, автограф-сессия үтәсәк, авторҙың тормошо һәм ижады буйынса күргәҙмә эшләйәсәк. Исем туйында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, артистар, студенттар ҡатнашыуы көтөлә. Сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә уҙасаҡ.
Читайте нас: