+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 17:50

Пермь крайында Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк

8-нән 12 февралгә тиклем Пермь крайында мәғдән сәнәғәтсеһе, Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто – Санкт-Петербург тау институтын асыусы Исмәғил Тасимов көндәре үтәсәк. Был сара Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Уны республикабыҙҙың мәғариф һәм фән, Пермь крайының мәғариф һәм фән министрлыҡтары ойоштора.

Исмәғил Тасимов көндәре барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың тормошона арналған «Иң яҡшы асыҡ дәрес», һүрәттәр конкурстары, Пермь крайы һәм Санкт-Петербург ҡалаһындағы белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында фәнни-ғәмәли конференция дистанцион рәүештә ойоштороласаҡ. Әлеге сараларға йомғаҡ 19 февралгә тиклем яһаласаҡ. Еңеүселәр һәм призёрҙарҙы бүләктәр көтә.
Читайте нас: