+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 14:25

Йәш биатлонсылар иң-иңдәрҙе асыҡлай

Бөгөн Өфөнөң "Биатлон" спорт комплексы майҙансығында үҫмерҙәр араһында биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды.

Унда Башҡортостандан, Мурманск һәм Ульяновск өлкәләренән, Байкал аръяғы крайынан 19-21 йәшлек 30-лап спортсы көс һынашасаҡ. Турнирҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе, биатлон һәм саңғы уҙыштары федерацияһының бағыусылар советы рәйесе Александр Сидякин, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәй Биатлонсылар союзы идараһы ағзаһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Иван Черезов ҡатнашты.
Александр Сидякин үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостанда биатлонды бик яратыуҙарын билдәләп, республикала был спорт төрө менән меңгә яҡын кеше шөғөлләнеүен әйтте. Шулай уҡ ул Өфө, Белорет, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Ишембай ҡалалары һәм Мишкә райондарының спорт мәктәбе етәкселәренә биатлонды һәм саңғы уҙышын артабан үҫтереү өсөн спорт кәрәк-яраҡтары һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы.
Фото: PIXABAY
Читайте нас: