-11 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 13:37
19 апрелдән сәләмәтлек поездары ҡабат тергеҙелә
Райондар буйлап сәләмәтлек поездарының эше ҡасан тергеҙелеүе билдәле булды. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
– Яҡынса 19 апрелдән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын башларға һәм сәләмәтлек поезын ебәрергә теләйбеҙ. Әгәр ҙә һауа шарттары мөмкинлек бирһә, алдараҡ та башларбыҙ, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 2019 йылдың 22 апрелендә старт алғайны. Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса үткәрелә.
Читайте нас в