Был курс барышында балалар археолог ярҙамында үҙҙәрен ошо һөнәр өлкәһендә һынап ҡарай: ер ҡатламын соҡой, ҡиммәтле ҡаҙылмалар эҙләй, ысын археологтар кеүек документтарҙы теркәргә өйрәнә.
Әлеге курсҡа балаларҙы алып килер өсөн ата-әсәләргә 8 (927) 326 14 47 (Рида Русланова) телефоны буйынса шылтыратып, алдан яҙылырға кәрәк. Үҙең менән фотоаппарат, сәләмәтлек хәүефһеҙлеге өсөн битлек, бирсәткәләр алып килеү ҙә талап ителә.