+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 12:29

«Арлекин», «Браво» театр-студиялары иң-иңдәре булған

«Театраль Волга буйы» фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре проект финалына әҙерләнә.

Быйыл республикабыҙҙың һайлап алыу этабы 16 йәштәр һәм 25 балалар театрҙары коллективтарын йыйған. Улар театр сәнғәтенең бөтә жанрҙарында эштәрен күрһәткән. Балалар коллективтары араһында Салауат ҡалаһынан – «Арлекин» өлгөлө театр студияһы, йәштәр араһында Бәләбәйҙән «Браво» театр-студияһы иң-иңдәре тип табылған. Уларҙың һәләтен Татьяна Хәйбуллина, Әхтәм Әбүшахманов, Таңсулпан Бабичева, Хөрмәтулла Үтәшев, Тәнзилә Ҡалмырҙина кеүек күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһалаған.

Читайте нас: