+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 11:34

Күсмә балалар стоматологияһы райондарға сыҡты

Күсмә балалар стоматологияһы республикабыҙ райондары буйлап йөрөй. Ҡайҙа балалар теш табиптары юҡ, шул муниципалитеттарҙа 2-3 көнгә туҡталыу планлаштырыла.

Тәүге туҡталыш Кушнаренко һәм Саҡмағош райондары булды. Тәүге ике көн эсендә генә 120 баланың теше тикшерелде. Улар өсөн ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын иҫкәртеү, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына өйрәтеү буйынса сәләмәтлек дәрестәре ойошторолдо, шәхси консультациялар үткәрелде. Уҡыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы табиптар уҡыуҙан айырмай ғына тәнәфес ваҡытында дауалай. Тәү сиратта етем балалар, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар ҡабул ителә.
«Толпар» күсмә дауалау-диагностика комплексы "КамАЗ" автомобиле нигеҙендә йыһазландырылған. Ул заманса техника менән тәьмин ителгән. Радивизиографы, ренгент аппараты һәм теште пломбалау өсөн сифатлы материалдары бар.
– Унан алдараҡ Башҡортостанда мәктәптәрҙә заманса стоматология кабинеттары селтәре булдырыу буйынса республика Башлығы проекты тормошҡа ашырыла башлағайны. Бындай кабинеттар булмаған урындарҙа күсмә медицина бригадаһы ярҙамға килә. Тәгәрмәсле стоматология Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса үткән йылда ноябрҙә һатып алынғайны. Был «Үргә ос!» мәғариф программаһының бер пункты булып тора. Йыл аҙағынаса теш табиптары бөтә республиканы урап сыҡмаҡсы, – ти баш ҡалабыҙҙың 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире Наталья Абдуллина.
Фото: "Башинформ"дан.
Читайте нас: