+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 11:34

Ата-әсәләрҙең онлайн-йыйылышы социаль селтәрҙәргә арналасаҡ

12 февралдә Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 6-ла «Социаль селтәрҙәр нисек эшләй?» тигән темаға тәүге асыҡ ата-әсәләр онлайн-йыйылышы үтәсәк.

Был сараны Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Рәсәй белем биреү академияһының Балалыҡ, ғаилә һәм тәрбиәне өйрәнеү институты, Ата-әсәләрҙең милли ассоциацияһы менән берлектә ойоштора. Ата-әсәләр йыйылышында балалар психологияһы, социаль селтәрҙәрҙе үҫтереү һәм күтәреү өлкәһендә эксперттар, балаларҙың онлайн-хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр ҡатнашасаҡ. Ата-әсәләр йыйылышының модераторы – алып барыусы, өс бала әсәһе Тутта Ларсен.
Онлайн-трансляция проекттың рәсми сайтында открытыеуроки.рф һәм Рәсәй Мәғариф министрлығының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/minprosvet уҙасаҡ.
Читайте нас: