+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 16:30

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар биреләсәк

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан баш ҡалабыҙҙың 9-сы китапханаһы «Минең һаҡлаусым» тигән интернет-акция ойоштора. Ул 11 февралдән 25 февралгә тиклем дауам итәсәк. Әлеге интернет-акцияла бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Бының өсөн нимә эшләргә һуң:
– «Бәйләнештә» селтәрендәге китапхананың төркөмөнә https://vk.com/club96227833 яҙылырға;
– Үҙеңдең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәңдә «Минең һаҡлаусым.....» тип яҙып, фото менән яҙма урынлаштырырға (атайың, ағайың, олатайың йәки ағайың, йәки кемде герой, һаҡсы тип һанайһың, шуның менән селфи эшләргә); #Мой_Защитник_9, #Библиотека_9_Уфа, #23_февраля, #День_защитника, #День_защитника_Отечества хэштектарын да ҡуйырға онотмағыҙ.
Акция тамамланғас, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификаттар биреләсәк, уларҙы https://ufa-lib.ru/ сайтында үҙеңә күсереп алып була.
Акция тураһында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: