-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 15:27

Тәтешле районында башҡорт телен өйрәнеү курстары бара

Өлкәндәр өсөн был курстарҙы Мәғарифты үҫтереү институты кафедра мөдире Эльвира Рәхимова алып бара. Бында 30-ҙан ашыу кеше шөғөлләнә.

Әлеге башҡорт телен өйрәнеү курсы өс аҙна буйына дауам итәсәк. Дәрестәрҙә мәҙәниәт белгестәре, район хакимиәте эргәһендәге телдәр буйынса комиссия ағзалары, район башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, башҡорт телендә сыҡҡан төбәк гәзит хәбәрселәре уҡый. Мәғариф бүлеге етәксеһе Әҙеһәм Фәрвәзетдинов әйтеүенсә, уларҙың эш урынында башҡорт телен белеү мотлаҡ. Киләсәктә был курсҡа башҡа өлкә белгестәрен дә йәлеп итеү күҙаллана.
Читайте нас в