+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 18:35

Урандар йыйыны

Яңауыл районында Уран йыйыны вәкилдәре йыйылды. Ошонда уҡ "Тамыр" балалар каналы "Нурбостан" башҡорт йәнһүрәтенең исем туйын да уҙғарҙы.

"Уран ырыуы белермәндәре" конкурсы, халыҡ-ара күргәҙмә өсөн "Ғаилә тамырҙары" һөнәри фотосессияһы ла ойошторолдо. Яңы Артауыл ауылында "Аҡбуҙат" республика балалар журналы балалар менән осрашып, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе. Театрлаштырылған тамашала ырыу тарихы, уның эштәре, пландары хаҡында һөйләнелде һәм саҡырылған ҡунаҡтар сығыш яһаны. Унда һүҙ бөгөнгө глобалләштереү шарттарында башҡорт телен, милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу хаҡында барҙы.
Район биләмәһендә милли мәҙәниәтте тергеҙеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла, урындағы Ҡоролтай, Ағинәйҙәр, Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ла әүҙем эшләп килә.
Читайте нас: