+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 15:06

"Селтәр" конкурсына ғаризалар 12 мартҡа тиклем ҡабул ителә

Мәғарифты үҫтереү институты "Селтәр" республика конкурсының башланыуы хаҡында хәбәр итә. Был бәйге интернет селтәрендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен популярлаштырыу, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген һәм бәлиғ булмағандарҙың һанлы грамоталылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Әлеге конкурс 12 февралдән 31 мартҡа тиклем уҙғарыла. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 12 мартҡа тиклем [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://irorb.ru/selter сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: