+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 13:35

Егеттәребеҙ - йәнә беренсе!

14 февралдә Шадринск ҡалаһында боҙ спидвейы буйынса үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге тамамланды.

Унда Өфө спортсылары, Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Үҙәктең тәрбиәләнеүселәре ышаныслы еңеү яуланы. Беҙҙең команда өсөн Никита Богданов менән Никита Тарасов сығыш яһаны.
– Команда ҡаҙаныштары менән ҡәнәғәтмен, ә шулай ҙа бырыһы ла үҙем планлаштырғанса килеп сыҡманы, – ти Никита Тарасов.
Икенсе урында – Тольяттиҙың "Мега-Лада" командаһы, бронза миҙал Каменск-Урал мотоуҙышсыларына эләкте.
– Уңыштарға өйрәнеп тә барабыҙ инде, командабыҙ, республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ, – тине Никита Богданов "Ҡала" телеканалына биргән интервьюһында.
Афарин, яҡташтар!
Фото:Станислав Фиськов, shadrinskinfo / Vk.com
Читайте нас: