+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 15:57

VI, VII, IX синыфтар өсөн "Беренсе" олимпиадаһы ойошторола

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы 29 марттан 1 апрелгә тиклем VI, VII, IX синыфтар өсөн «Беренсе» олимпиадаһын ойоштора. Бында дистанцион этапта ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусылар ҙа көсөн һынарға саҡырыла. Ҡалған теләүселәр гимназия сайтында ғариза бирә ала.

Бәйге программаһына олимпиада фәндәре буйынса уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия, популяр кинофильмдар ҡарау, спорт ярыштары һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар индерелгән. «Башҡорт теле», «Урыҫ теле», «Математика» (туғыҙынсылар өсөн өҫтәмә йүнәлешле фәндәр) фәндәре буйынса олимпиада ике этаптан торасаҡ. Дистанцион этап 1 марттан 14 мартҡа тиклем үтәсәк. Бында ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша https://forms.gle/XddiL7oVJDHrXTZ8A үтеп, теркәү формаһын тултырырға кәрәк. 22 февралдән 13 мартҡа тиклем генә теркәлергә була. Уны үтәгәндән һуң күрһәтелгән электрон почтаға код һәм пароль киләсәк. Дистанцион тесты башҡарыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://onlinetestpad.com/training күсегеҙ. Дистанцион уҡыу системаһына инеү өсөн персональ код һәм паролде ҡулланығыҙ.
Ә олимпиаданың икенсе этабы 29 марттан 1 апрелгә тиклем интернат-гимназияның нигеҙендә уҙғарыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Рәсәй урамы, 88. Уҡыусыларҙы урыҫ теленән – диктант, грамматик эш, башҡорт теленән тәҡдим ителгән темаларҙың береһенә инша яҙыу һәм математиканан яҙма эш көтә.
Барыһы хаҡында тулыраҡ 8 (347) 284-06-44, 8 965 653 96 35 телефондары һәм www.brgi1.org, http://brgi1.ru/2021/02/12/olimpiada-berense-dlya-obu.. һылтанмалары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: