+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 17:36

«Зәрҡүм-VR» уйынын халыҡ-ара майҙансыҡҡа сығарырға ниәтләйҙәр

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы программистары «Урал батыр» эпосы нигеҙендә виртуаль ысынбарлыҡ режимындағы «Зәрҡүм – VR» уйынын булдырған. Ул Майнкрафт уйынына бик оҡшаған.

Төп геройҙың маҡсаты – ауылды иблистәрҙең һөжүменән һаҡлау. Унан башҡа, тыуған яҡтың матурлығы менән дә һоҡланырға мөмкин. Ландшафт нигеҙендә – Бөрйән районының тәбиғәте. Әлегә уйын тест режимында ғына, башҡорт эпосының виртуаль донъяһына Стәрлетамаҡтағы виртуаль ысынбарлыҡ клубында ғына сумырға мөмкин. Оҙаҡламай «Зәрҡүм – VR» уйынын халыҡ-ара майҙансыҡҡа ла сығарырға ниәтләйҙәр.
Читайте нас: