+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 16:05

Донъя беренселегендә - Башҡортостан Гимны

Динар Вәлиев, Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге үҙәктең тәрбиәләнеүсеһе, Тольятти ҡалаһында үткән боҙҙағы мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы!

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ тарафынан беҙҙең илгә Гимнды һәм флагты ҡулланыу тыйылыу сәбәпле, еңеүсе хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Гимны яңғыраны. Донъя беренселегендә республика гимнын уйнатыу спорт донъяһы тарихында – тәүге осраҡ.
Динар Вәлиев боҙҙағы мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты еңеүселәре исемлегендә Өфөнән алтынсы спортсы булды. Тәүге титулды Ғабдрахман Ҡадиров яулағайны. Һуңынан был исемлеккә Борис Самородов, Дмитрий Буланкин, Николай Красников һәм Дмитрий Колтаковтар ҙа өҫтәлде. Спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: