+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 18:46

Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен үткәреү осоро билдәле булды

Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре мәктәптәрҙә 15 марттан 21 майға тиклем уҙасаҡ. Уларҙы үткәреү осоро Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең бойороғо буйынса тәғәйенләнгән.

IV – VIII синыфтар өсөн Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре 15 марттан 21 майға тиклем ғәҙәти шарттар үтәсәк. Ә X – XI синыфтарға тикшереү эштәре 1-енән 26 мартҡа тиклем һынау рәүешендә ойоштороласаҡ.

Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен дистанцион формала үткәреү планлаштырылмай. Әгәр ҙә коронавирус пандемияһы арҡаһында иғлан ителгән осорҙа үткәреү килеп сыҡмаһа, улар көҙгөлөккә күсереләсәк.

Читайте нас: