+13 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 11:10

Халыҡтар Дуҫлығы йорто филиалдары 20-нән артыҡ сара ойошторосаҡ

Халыҡ-ара туған тел көнөнә республикабыҙҙың Халыҡтар Дуҫлығы йорто филиалдары 20-нән артыҡ сара әҙерләгән. Һәр милли тарихи-мәҙәни үҙәк осрашыуҙар, лекциялар, танып-белеү, әҙәби-музыкаль программалар һәм викториналар, асыҡ дәрестәр үткәрәсәк.

Өфө районында «Ҡыҙыл Яр» урыҫ тарихи-мәҙәни үҙәге «Милли кейемдең тел портреты» тигән туған тел фестивален уҙғара.
– Беҙҙең проект беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Ул һәр ваҡыт мәктәптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, үткән йылда 22 ғариза бирелгәйне. Быйыл фестиваль тәүге тапҡыр онлайн-форматта ойоштороласаҡ, – тип белдерҙе үҙәктең баш белгесе Венера Фәрғәнова.
Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре Тәтешле районының Бигәнәй мәктәбе уҡыусылары өсөн – «Удмурт теле илендә», ә мари тарихи-мәҙәни үҙәгенекеләр Мишкә районы үҙәгендәге мәктәптә асыҡ дәрестәр бирәсәк. Немец тарихи-мәҙәни үҙәге –«Туған телде һаҡлайыҡ» тигән акция, татар тарихи-мәҙәни үҙәге социаль селтәрҙәрҙә «Туған телдәрҙә һөйләшәйек» тигән флешмоб үткәрәсәк.
Байрам Рәсәй төбәктәрендәге филиалдарҙа ла билдәләнәсәк. Пермь крайының Сүлмәш ауылында – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған әҙәби кисә, Ырымбурҙа – шағирә Нәфисә Смакова менән онлайн-осрашыу, Свердлов өлкәһендә «Осрашыу урынын үҙгәртергә ярамай» тип аталған сара ойоштороласаҡ. Силәбе өлкәһендә «Шаяр» проектына ярашлы, танып-белеп сараларын уҙғарыу күҙаллана.
Читайте нас: