Бында ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә һуң?
Аксаков темаһына видеосюжет төшөрөргә. Яратҡан әҫәрҙәреңдән тәьҫораттар, яҙыусының ижады һинең тормошоңа тәьҫир итеү тарихын, музей экспозицияһынан, сараларҙан һәм күргәҙмәнән алған сағыу тәьҫораттарыңды күрһәтергә мөмкин; Төшөргән видеояҙмаңды 30 апрелгә тиклем «Инстаграм», «Бәйләнештә», «Фейсбук» селтәрҙәренә һалырға; Видеояҙмаға һүрәтләү яҙғанда #Мой_Аксаков тигән хэштекты ла ҡуйырға онотмағыҙ. Әгәр ҙә һин Аксаков ижады менән таныш түгел икәнһең, был сара яҙыусының ижадын асырға мөмкинлек бирәсәк. Был акция үҫмерҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы булыр, ти ойоштороусылар. Ни өсөнмө? Сөнки видеояҙманы TikTok-та төшөрөп тә, социаль селтәрҙәргә ҡуйып та була.
Уңышлы видеояҙмалар музейҙың YouTube каналында урын аласаҡ, иң-иңдәрен музейҙың бүләге лә көтә.