Дим Рәфҡәт улы Учалы районының Уральск ауылында балаларҙы ҡурай серҙәренә төшөндөрә. Шул уҡ ваҡытта ҡурай, ҡумыҙ яһау кәсебе менән мәшғүл. Уның ҡурайҙары Рәсәй буйынса ҡайҙарға ғына таралмаған! Мәскәү, Силәбе, Екатеринбург, Мурманск, Новосибирск, Сорғот... Башҡортостан райондары тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Дим Мөжәүиров ҡурайҙы пропагандалап, ҙур эш башҡара. Киләсәк быуынды моң донъяһына әйҙәп, уларҙы яҡшылыҡҡа, изгелеккә әйҙәй. Уға киләсәктә ижади уңыштар, һаулыҡ, муллыҡ теләйбеҙ.