+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 15:20

Саңғы ярыштары бер аҙнаға кисектерелә

Ҡапыл ғына көндәр һыуытып ебәрҙе. Шул сәбәпле, "Йәншишмә" гәзите призына Күмертау ҡалаһында уҙасаҡ республика саңғы ярыштары 27 – 28 февралгә күсерелде.

Белеүегеҙсә, унда 2006 – 2008 йылғы ҡыҙҙар, малайҙар көс һынашасаҡ. Һәр командала 4-әр кеше, улар классик йөрөш буйынса ярышасаҡ.
Әйткәндәй, был республика саңғы ярыштары Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала. Еңеүселәр "Йәншишмә" редакцияһының кубоктары, миҙалдары менән бүләкләнсәк.
Читайте нас: