+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 12:13

Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан экскурсиялар үтәсәк

21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө киң билдәләнә. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың Милли музейы «Халыҡтар йондоҙлоғо» экскурсия акцияһын иғлан итә. Был сара Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм мәҙәниәтен, республикабыҙ музейҙары этнографик коллекцияларын популярлаштырыу маҡсатында 20 –21 февралдә дәүләт һәм муниципаль музейҙарҙа уҙасаҡ.

Ошо тәғәйенләнгән көндәрҙә музейҙарҙа экскурсиялар үтәсәк, уларҙың интернет-ресурстарында – шәхси сайттарында, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә, «YouTube» каналдарында Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәтенә арналған видеоэкскурсиялар ҡуйыласаҡ. Уларҙағы онлайн-саралар #созвездиенародовРБ хэштегы менән биреләсәк.
Читайте нас: