-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 18:45

Өсөнсө вакцина теркәлде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өсөнсө “КовиВак” вакцинаһы теркәлеүен белдерҙе.

Ул М.П Чумаков исемендәге ғилми үҙәктә етештерелгән. Тәүге 127 мең доза март урталарында халыҡты прививкалауға оҙатыласаҡ. Нимәһе менән айырыла һуң был вакцина алдағы икәүһенән? Уны бөтөн "үлгән" коронавирус нигеҙендә эшләгәндәр. Организм вирустың антигенлы составын таный, хәтерендә ҡалдырып, киләсәктә уның үҙен нисек тотоуына әҙер була. Үҙәк директоры Айҙар Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, "КовиВак" мутациялы штамдарға ла ҡаршы тора аласаҡ, сөнки унда вирус тотошлай ҡулланылған, ә геномдың өлөшсәләре генә түгел.
Фото: csn-tv.ru
Читайте нас в