+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 13:59

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

1992 йылдың 25 февралендә Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы тарафынан республиканың яңы Дәүләт флагы раҫлана. Дәүләт символына иғлан ителгән 40-тан ашыу конкурс эштәре араһынан рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабинаның проекты һайлап алына.

Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе дуҫлыҡ символын сағылдыра.
Читайте нас: