+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2021, 11:48

8 март уңайынан төрлө акциялар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар үтәсәк

Оҙаҡламай яҙ көнөндәге иң матур байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа төрлө акциялар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар үтәсәк. Дуҫтар, һеҙ ҙә 8 март байрамы айҡанлы ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙың исемлеге менән танышып китәйек әле.

5 – 9 мартта «Матурлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе» көтөлә. Уның маҡсаты – ҡала, ҡасаба, ауыл халҡын үҙгәртеү. Был көндәрҙә колледж вәкилдәре менән берлектә «стилистика һәм визаж», «парихмахер сәнғәте», «тырнаҡ сервисы», «сәнәғәт дизайны» йүнәлештәре буйынса тәжрибә уртаҡлашыу көтөлә. Шулай уҡ «яуаплы социаль бизнес» йүнәлеше буйынса шәхси эшҡыуарҙар, тырнаҡ сервисы оҫталары, парикмахерҙар, визажистар, стилистар һәм башҡалар йәлеп ителәсәк. Әлеге акция балалар һәм үҫмерҙәргә яңы һөнәрҙәр менән танышырға, оҫталыҡ тупларға мөмкинлек бирә.
1 – 8 мартта «Яратҡандар өсөн иртәнге аш» акцияһы уҙасаҡ. Ошо сараға ярашлы, уҡыусылар билдәле шеф-ашнаҡсы ярҙамында әсәйҙәр, өләсәйҙәре, апай-һеңлеләре өсөн үҙенсәлекле ризыҡтар әҙерләй. Унан улар видеояҙмаларын рдш.рф битенә йәки төрлө социаль селтәрҙәргә #ЗавтракДляЛюбимых #8марта хэштектары менән һаласаҡ.
«Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы уҡыусылар яратҡан уҡытыусылары өсөн синыф бүлмәләрен биҙәйәсәк. Уларҙың фотолары, уҡытыусыларҙың нисек ҡабул итеүен төшөргән видеояҙмалар #ВамЛюбимые #БольшаяПеремена хэштектары менән бәйгенең төркөмөнә ҡуйыласаҡ. Улар шулай уҡ «Яратҡан әсәйемдең портреты», «Өләсәйемдең фирмалы бәлеше», «Яратҡандар өсөн ҡотлауҙар» конкурстарында ла ҡатнаша ала.
Алда әйтеп үтелгән көндәрҙә «Һеҙгә, яратҡандарыбыҙ» халыҡ-ара акцияһы ойоштороласаҡ. Ул 30-ҙан ашыу илдә уҙасаҡ. Акция барышында урамдарҙа ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға сәскәләр бүләк итә, шулай уҡ ҡотлауҙар социаль селтәрҙәрҙә донъя күрәсәк.
Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре һәм сығарылыш уҡыусылары ла ситтә ҡалмай. Улар байрам открыткалары, әйберҙәр әҙерләп, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын һәм хоҡуғын яҡлаусы, мәғариф һәм халыҡты социаль яҡлау белгестәренә бүләк итәсәк.
8 март байрамы уңайынан «Һин матур!», «Һәр ваҡытта ла ҡаһармандар», «Йәш армеецтар», «Ирекмәндәр», «Һеҙгә, яратҡандарыбыҙ» акциялары ла әҙерләнгән.
Читайте нас: