Проекттың төп маҡсаты – сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар менән күренекле сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре араһында үҙ-ара ижади бәйләнеш булдырыу. Уға ярашлы, артистар, музыканттар, телевидение алып барыусылары махсус интернат-мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, уларҙы ижадҡа йәлеп итәсәк. Февралдән майға тиклем һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 15 сара уҙғарыу күҙаллана.