+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2021, 14:14

Волейбол турниҙары – Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә

Баш ҡалабыҙҙа Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә волейбол буйынса ҡала турнирының район этаптары бара.

Ошо көндәрҙә ярыштар Өфөләге 39-сы гимназияла уҙғарылды. Уны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты Илдар Бикбаев, Өфө ҡала округының ҡала Советы депутаты Павел Васильев, Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Егор Сорокин, Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Иванов, директорҙар, белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар йәш спортсыларға уңыштар, финалға тиклем етеүҙәрен теләне.
Әйтергә кәрәк, баш ҡалабыҙҙа 2019 йылдан алып «Һәр ихатаға – волейбол» проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул мәкерле вирустан донъя ҡуйған Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин башланғысы менән атҡарыла башлағайны. Ошо проектҡа ярашлы, Өфөлә 197 яңы волейбол майҙансығы барлыҡҡа килде, булған 130-ы төҙөкләндерелде. Әлеге көндә баш ҡалабыҙҙа барлығы 327 волейбол майҙансығы бар.
Читайте нас: