+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2021, 16:13

Ярҙам итеү штабтары асылыуға бер йыл тула

Ваҡыт тигәнең, аҡҡан һыу кеүек. Әле яңы ғына кеүек илдең бөтә төбәктәрендә «Беҙ бергә» Бөтә Рәсәй акцияһының ярҙам итеү штабтары асылғайны. Инде хәҙер уларҙың барлыҡҡа килеүенә бер йыл да тула.

Коронавирус пандемияһы осоронда ярҙам итеү штабтары ирекмәндәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Өлкәндәрҙең өйҙәренә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ҙа еткерҙеләр, «ҡыҙыл зона»ларҙа ла эшләнеләр, ветерандарға ла байрам кәйефе бүләк иттеләр.
Бер йыллыҡты билдәләгән көндәрҙә 1-енән 5 мартҡа тиклем бөтә ил буйынса киң күләмле акциялар, саралар ҡаралған. Ирекмәндәр байрамдарын билдәләйәсәк, штаб етәкселәре йыйылып, осрашасаҡ. Акцияның һәм байрам итеүҙең төп символы – әфлисун төҫөндәге еп. Уны һәр кем сара ойошторолған ерҙә табып, уң ҡулына бәйләп ҡуя ала.

Читайте нас: