+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 14:12

Был спектаклде бөтә уҡыусылар ҙа ҡараясаҡ

Бөгөн Хөкүмәт йортондағы оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына "Ат уйнатып алдан бара" спектаклен бөтә уҡыусыларға күрһәтеү буйынса мәсьәләне хәл итергә ҡушҡан.

Балалар ҡараһын, эре ҡалаларға спектаклде алып барып күрһәтергә кәрәк, юҡ-бар ҡарағансы, театрға барһындар, уйланһындар. Был спектаклде ҡарағанда хатта өлкәндәрҙең күҙҙәренә йәш тула, тигән фекерен белдергән.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы
«Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 19 һәм 20 ноябрҙә театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә булғайны.
Сценарий авторы — Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссёр – Хөрмәтулла Үтәшев, рәссам – Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев, хореограф — Рәис Низаметдинов. Консультант булып Салауат Хәмиҙуллин сығыш яһаған. Ә төп ролде Артур Кәбиров уйнай.
Фото: интернеттан.
Читайте нас: