+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 16:15

Ике планетаның яҡынайыуын күҙәтә алабыҙ

Был 5 мартта була. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә ике планетаның яҡынайыуын күҙәтә ала. Өфө планетарийы сайты ошо хаҡта хәбәр итә.

5 мартта Өфө ваҡыты менән 11 сәғәт 46 минутта Меркурий 0,3 градусҡа ситләтеп, Юпитерҙың төньяғынан үтәсәк. Әммә көн яҡтылығы булғас, күк яҡтыртҡыстарын күреү мөмкин түгел. Ә шулай ҙа планеталарҙы таң алдынан – яҡынса ҡояш сығырҙан 40 минут алда ҡарай алабыҙ: Меркурийҙы – күктә 7 сәғәт 14 минутта, ә Юпитерҙы 3 минутҡа һуңыраҡ. Ике яҡтылыҡ та көньяҡ-көнсығышта күренер һәм уларҙы бинокль аша эҙләп табырға була.
Фото:pixabai.com
Читайте нас: