+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 17:48

Ә һин сәләмәт тормош алып бараһыңмы?

9 марттан 9 апрелгә тиклем I – XI синыф уҡыусылары, баш ҡаланың мәктәп китапханасылары өсөн сәләмәт йәшәү рәүенә арналған онлайн-акция үтәсәк.

«Сәләмәтлек, спорт һәм уҡыу – бына беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ» тигән сарала ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?
– «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/club193923505 төркөмөнә яҙылырға;
– социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәңдә пост урынлаштырырға;
– был яҙмаңа #МывыбираемЗОЖ_ШкольныебиблиотекиУфы хэштегын да ҡуйырға онотмағыҙ.
Уҡыусылар сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында һүрәт йәки плакаттың фотоларын ҡуясаҡ, ә китапханасылар ижади биҙәлгән китап күргәҙмәһе хаҡында һөйләйәсәк, сәләмәт тормош темаһына үткәрелгән сараларҙан фотолар, видеояҙмалар күрһәтәсәк йәки был темаға китаптарға реклама яһаясаҡ.
Акция уҡыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәренә ылыҡтырырға, насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртергә, был проблемаға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: