+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 15:27

Иң яҡшы башҡорт, татар телдәре кабинеттары асыҡланасаҡ

25 февралдән 10 мартҡа тиклем Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы тарафынан «Иң яҡшы башҡорт, татар телдәре кабинеттары» ҡала конкурсы ойошторола. Уның маҡсаты - туған телдәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе иң яҡшы кабинеттарҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү.

Район кимәлендә I, II, III урын алғандарҙың эштәре ҡала этабына сығарыласаҡ. Конкурс комиссияһы видеояҙма, электрон портфолио, кабинет буйынса материалдарҙы ҡараясаҡ. Видеояҙмала, мәҫәлән, техник уҡыу саралары, мәғлүмәт стендтары, уҡыу-методик әҙәбиәт, уҡыусыларҙың ижади проекттары презентациялары менән уҡыу кабинетына күҙәтеү яһала. Еңеүселәр һәм призёрҙарға Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы дипломдары тапшырыласаҡ.
Читайте нас: