+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 15:12

Оҙаҡламай «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы старт ала

Был төбәк-ара бәйге 4-нән 24 мартҡа тиклем уҙасаҡ.

Конкурс өс этапта ойоштороласаҡ. Тәүгеһе онлайн форматта «Методик оҫтахана» һәм «Дәрес» этаптарында үткәрелә.
Икенсеһе өс этаптан торасаҡ. Беренсендә уҡытыусыларҙы «Милли кейем презентацияһы» көтә, икенсеһендә – «Оҫталыҡ дәресе», өсөнсөһөндә – «Ата-әсәләр менән әңгәмә ҡороу».
Өсөнсө тур «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән матбуғат конференцияһы» этабынан тора. Был һынау алдынан ойоштороу комитеты социаль селтәрҙәрҙә «Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир» акцияһын иғлан итәсәк. Һәр бер теләгән кеше һорауын видеояҙма рәүешендә ебәрә ала.
Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: