+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 14:40

«Ҙур һуғыштағы минең батырҙарым”

"Ҙур һуғыштағы минең батырҙарым" тигән конкурс иғлан ителде. Унда мәктәп уҡыусыларын ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Әйҙәгеҙ, илебеҙҙе фашизмдан яҡлаған батырҙарыбыҙға үҙебеҙҙең ижад аша ихтирамыбыҙҙы белдерәйек.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға һәм өлкәндәр фронттамы, тылдамы – һәр кем Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҙур өлөш индергән.
Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһындағы хәтерҙе үҫеп килгән быуынға еткереү. Уҡыусыларҙы китаптар, хәтирәләр, ғаилә альбомдары менән таныштырыу, ата-бабаларының һуғыш менән бәйле ваҡиғаларын бәйән итеү.
Конкурста ҡатнашыусылар тиҫтерҙәренең һуғыш йылдарындағы батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары хаҡында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, тарих фәндәре докторы, полковник, хәрби тарихсы, ветеран Аркадий Никоноровтың "Ҙур һуғыштың бәләкәй геройы" тигән китап-трилогияһы менән дә танышасаҡ.
Трилогия detigeroi.ru адресында электрон төрҙә бирелгән.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: