+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 11:32

«Йондоҙ менән экскурсия»ға рәхим итегеҙ!

«Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һеҙгә ошо миҙгелдә матур бүләк әҙерләй. Һеҙҙе «Йондоҙ менән экскурсия» тип аталған акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ», – тип хәбәр итәләр «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә.

Март айында аҙнаның һәр шаршамбыһы һайын 15.30 сәғәттә килеүселәргә билдәле шәхестәрҙең береһе менән осрашыу мөмкинлеге биреләсәк. Шул уҡ ваҡытта Милли музейҙа барған күргәҙмәләрҙе лә ҡарап сығырға була.
Бөгөн, йәғни 3 мартта, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, йырсы, бард Артур Кәбиров менән экскурсияла йөрөй алаһығыҙ. Таныштарығыҙ менән күмәкләп килһәгеҙ, бигерәк тә һәйбәт. Экскурсияға 8 927 334 00 63 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.
Читайте нас: