+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 13:55

Элеккесә буласаҡ

Республика мәктәптәрендә 9 марттан дәрестәр 45 минутҡа тиклем оҙайтыла, тәнәфестәр ҙә уҡыу йылы башындағы һымаҡ булмай.

Был турала хоҡуҡи мәғлүмәт порталында уҡып белергә мөмкин. Республика Башлығы үҙгәрештәр индергән указда: "Мөмкин булғанса дәрестәрҙең дауамлығын 45 минутҡа тиклем арттырыу менән бәйле рәүештә белем биреү процессының штаттағы режимына күсеү мәсьәләһен ҡарарға", – тиелгән.
1 сентябрҙән барлыҡ белем биреү усаҡтары, пандемия сәбәпле, махсус режим менән эшләгәйне. Кабинет системаһы индерелеп, уҡыусыларға синыфтан синыфҡа күсеп йөрөргә тыйылды. Дәрестәр ҙә 5 минутҡа ҡыҫҡартылды. Ә хәҙер улар ғәҙәти режимға әйләнеп ҡайтасаҡ. Шулай ҙа синыф бүлмәләрендә дезинфекция аҙнаһына бер тапҡыр эшләнергә тейеш.
Фото: vk.com
Читайте нас: