Ҡала турнирында көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ
Барлыҡ теләүсе VI-VII синыф уҡыусылары «Математика буйынса яҡшы белеүселәр кубогы» ҡала турнирында ҡатнашырға саҡырыла. Ул 11 мартта дистанцион форматта үтәсәк.
Турнир һорауҙары https://www.nimc-ufa.ru/ сайтында көндөҙгө 3-тән 4-кә тиклем асыласаҡ. Уҡыусыларға 15 эште үтәргә тәҡдим ителә. Бында ҡатнашыу өсөн https://www.nimc-ufa.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк буласаҡ. Еңеүселәр һәм призёрҙар Өфө ҡала округы ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы дипломдары менән бүләкләнәсәк. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!