+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 00:24

Баҡалыла – Юрмый ырыуы йыйыны

Баҡалы районы Баҡалы ауылында Юрмый ырыуы йыйыны үтте. Был сараға райондан етмеш делегат йыйылды. Улар Өфөнән килгән ғалимдар менән бер рәттән ырыуҙаштары – тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шәжәрә төҙөүселәр, төбәк башҡорттары тарихын тикшереүселәрҙең сығыштарын тыңланы.

Йыйын аҙағында юрмыйҙар ырыу советы һәм башлығын һайланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Геральдика комиссияһы тарафынан әҙерләнгән гербты ҡарап ҡабул итте һәм ырыу ҡарарын иғлан итте. Бында район вәкилдәренән тыш, республиканың билдәле шәхестәре лә һайланды. Улар араһында Баҡалы районының почётлы гражданины, «Баҡалы» яҡташтар ойошмаһы Башҡарма комитеты рәйесе Рауил Кәримов, билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Өфө дәүләт нефть техник университеты президенты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Айрат Шаммазов бар. Ырыу советы рәйесе итеп Мостафа мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырова билдәләнде.
Йыйын аҙағында ҡатнашыусылар ырыу ҡарарын иғлан итте. Документҡа билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән Юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү, ырыу йәштәрен төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде. Сара һуңында ырыуҙар йыйыны штандарты Ғәйнә башҡорттарына тапшырылды. Киләһе сара уларҙың ерендә үтәсәк.
Читайте нас: