+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 12:15

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар биреләсәк

Республикабыҙҙа «Һуғыш тураһында хәтерләйбеҙ» төбәк-ара видеояҙмалар конкурсы башлана. Был интернет-бәйгелә бөтә теләүселәр ҙә көсөн һынай ала, шәхсән дә, коллектив менән дә ҡатнашырға мөмкин. Темалар һәм жанрҙар сикләнмәй.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто, республикабыҙҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәре. Үткәреү ваҡыты – 10 марттан 1 майға тиклем. Йомғаҡ 7 майҙан һуң яһаласаҡ. Конкурс эштәре дүрт йәш үлсәмендә ҡараласаҡ: 0 – 10, 10 – 20, 20 – 50 йәшлектәр, 50-нән өлкәндәр.
Еңеүселәрҙе бүләктәр ҙә көтә. Улар Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң YouTube каналында – https://www.youtube.com/домдружбынародоврб лайктар буйынса билдәләнәсәк.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификаттар биреләсәк. Ғаризалар [email protected] электрон почтаһына «Һуғыш тураһында хәтерләйбеҙ» билдәһе һәм беркетелгән видеояҙма менән ҡабул ителә.
Читайте нас: