Тауышландырыу өсөн балаларға вокал һәм башҡорт телен өйрәнеү буйынса өҫтәмә дәрестәр үткәрелгән. Фильмдар башҡорт халыҡ йырҙары һәм Пермдәге «Сал Урал» проектының этно-инструменталь композициялары менән биҙәлгән.
Ошо көндәрҙә Өфөлә был төшөрөлгән биш анимацион фильм – «Науширван Ғәҙел һәм Хатамбай Йомарт», «Өс түңәрәк икмәк», «Торна йылы», «Ағиҙел һәм Яйыҡ», «Ете ҡыҙ» күрһәтелде.
– Йәнһүрәттәр ҡарарға бигерәк тә яратам. Үҙемә фильм төшөрөү мөмкинлеге тыуғас, нисек булыр икән, тип бик тулҡынландым. Беҙ башҡорт легендаларының сюжеттарын өйрәндек, унан режиссёр үҙебеҙҙең ролдәребеҙҙе нисек башҡарырға икәнлеген күрһәтте. Артабан башҡорт телендә әкиәттәрҙе тауышландырырға өйрәндем. Бик тә оҡшаны, – ти Андрей Шевелёв.
«Ломая барьеры» үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Хәбирова билдәләп китеүенсә, ижади эш барышында балалар башҡорт телен генә өйрәнмәгән, башҡорт легендалары һәм риүәйәттәре менән дә танышҡан. Әлеге анимацион йәнһүрәттәрҙе үҙәктең YouTube каналында ҡарарға мөмкин.
Әйтергә кәрәк, анимацион фильмдар Башҡортостан гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Әкиәттә ҡунаҡта: сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән анимацион фильмдар булдырыу» проектына ярашлы булдырылған.
Фото: https://vk.com/kulturarb.