-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған яҡ һәм ырыу тарихын өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына — 90 йыл

Һәр төбәктең үҙ патриоты була. Халҡым, телем, милләтем тип, шуларҙы хәстәрләп, шул рух менән янып-көйөп йәшәй ундайҙар. Улар арабыҙҙан китһә лә, тормош юлдары, образдары киләсәк быуын өсөн яҡты йондоҙ-маяҡ булып яна. Шундай илһөйәрҙәр араһында Асҡын районының Солтанбәк ауылында тыуып-үҫеп, белем алып, артабан 26 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ғүмерен бағышлаған Шаһийән Миңлеғәлиев айырым урынды биләй. Быйыл 5 ноябрҙә уға 90 йәш тулған булыр ине. Беҙҙе күптән ҡалдырып китһә лә, яҡташыбыҙҙың рухы күңелебеҙҙә йәшәй.

Тыуған яҡ һәм ырыу тарихын өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына — 90 йыл
Тыуған яҡ һәм ырыу тарихын өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына — 90 йыл

Шаһийән ағай 1931 йылдың 5 ноябрендә Солтанбәк ауылында йәшәүсе Тутыя һәм Миңлеғәли Ғәбдрәшитовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Ошо ҡатмарлы йылдарҙың бар ауырлығын тойоп, бәләкәйҙән эшкә егелеп, ғаиләлә биш бала үҫә: Маҙһар (1923 йылда тыуған), Әҡсән (1927), Шаһийән (1931), Фәниә (1936), Мәснәүи (1942). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел. 
«1953 йылда атайым Иркутскиҙа авиация-техник училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда уңышлы тамамлай. СССР Оборона министрлығы йыраҡ авиацияһында техник булып хеҙмәт итә. Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә. 1957 йылда Урмияҙ ауылы ҡыҙы Ғәлиә Ахунйән ҡыҙы Ахуноваға өйләнә. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып 1958 йылда мин — улдары Олег донъяға килгәнмен. Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәне. Хрущев заманындағы ҡыҫҡартыуҙарҙан һуң, атайымды СССР Оборона министрлығының хәрби-төҙөлөш часына Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына күсерәләр. Унда ул баллистик ракеталарҙы эшләтеп ебәрә торған комплексты төҙөүҙә ҡатнаша. Әсәйем Бөрө пединститутының рус филологияһы факультетын тамамлаған була. Ул бирелә мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләне. Шулай һөйөнөп кенә йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде — 1976 йылдың декабрендә әсәйем вафат булды. Ул ошо Козельск ҡалаһында ерләнде. 1978 йылда атайым хеҙмәтен тултырып, хаҡлы ялға сыға. Калуга ҡалаһында йәшәй һәм трикотаж фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләй. 1988 йылда ул Өфөгә күсенеп ҡайтты. Бында ла атайым тик ятманы, ә Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында именлек хеҙмәтендә эшләне. Нәҡ ошонда ул тыуған яҡ тарихы менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Асҡын районында конференция үткәреү өсөн дә күп көс һәм тырышлыҡ һала атайым. Яҙыусылар, тарихсылар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бер нисә тапҡыр Асҡынға ҡайта. Был эшлекле сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәһе була, әлбиттә, тик атайыма күрергә насип булмай», — тип ғәзиз кешеһе тураһында һөйләне Шаһийән ағайҙың берҙән-бер улы Олег. Ул бөгөн Мәскәү өлкәһендә йәшәй, атаһы юлынан китеп, хеҙмәт итә һәм хаҡлы ялға сыға. Тыуған яғына булған көслө һөйөү тойғолары Шаһийән ағайҙы Башҡортостанға алып ҡайта. Ул тормош юлын Матур апай менән дауам итә. Өфөлә ул башкөллө эҙләнеү-тикшеренеү эшенә сума. Яҡташыбыҙ архивтарҙа эҙләнеп, ауылдың тарихын тергеҙә, үҙенең һәм ауылдаштарының шәжәрәләрен төҙөй. «1992 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Балыҡсы волосының башҡорт аҫабалары һәм припущенниктар тураһында мәғлүмәттәр туплап, Балыҡсы волосындағы башҡорт ауылдарының исемдәрен асыҡлап, төрлө йылдарҙағы ревизия һөҙөмтәләрен сағыштырып, исемдәрен асыҡлап татарса уҡытылған Асҡын башҡорттарының тора-бара татар булып яҙыла башлауҙарын архив материалдарында күрһәтеп, йыйған бар мәғлүмәттәрен «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенә, тарихсы-ғалимдарға алып барып тапшыра. «Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреүе бик ауыр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн хөкүмәтебеҙ ашығыс саралар күрһә ине», — тип мөрәжәғәт итте ул 1992 йылдың 24 декабрендә «Йәшлек» гәзите аша», — тип яҙғайны Зәйтүнә Ханова, Шаһийән ағайҙың яҡты иҫтәлегенә арнаған мәҡәләһендә.Әйткәндәй, Шаһийән Миңлеғәли улы башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорттарының шәжәрәләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбат итә. Быларҙың барыһы тураһында ла уның мәҡәләләре район һәм республика баҫмаларында сығып тора. («Ышаныч», 1993, № 13, «Ватандаш», 1998, № 1, «Ағиҙел», 1997, № 4, «Башҡортостан»). Райондашыбыҙҙың тарихи эҙләнеүҙәре «Теле барҙың — иле бар» (Өфө, «Китап», 1995) һәм Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығына арналған брошюраларында ла баҫылып сыға.

Шаһийән ағай асҡындарға бик яҡын. Кемдәрҙер уны тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе булараҡ белһә, башҡаларына хәрби кеше булараҡ билдәле. Шулай ҙа барыһы ла уның хаҡындағы бер фекер менән килешәлер. Шаһийән ағай — иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат була. Әгәр ҙә Шаһийән ағай шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәгән булһа, бөгөнгә башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам итә. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.

Наилә ИМАЕВА.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: