-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
7 Август 2021, 06:00

Яуап бирмәһәң, яуапһыҙлыҡ алырһың

– Һаумыһығыҙ! Һеҙ ҡайҙа китеп бараһығыҙ? Күршеләрҙең телдәр ейәне мине юлға сығып шулай сәләмләне.

Яуап бирмәһәң, яуапһыҙлыҡ алырһың
Яуап бирмәһәң, яуапһыҙлыҡ алырһың

Дүрт йәшлек Богдан исемле малай ул. Өләсәһе Әлиә менән олатаһы Василийға баҡсаға ҡунаҡҡа килгән.
...Бер аҙҙан сүп түгергә тип йыйын­ғайным, был тағы ла минең менән иҫәнләшә.
– Һаумыһығыҙ. Ҡайҙа китеп бараһы­ғыҙ?
Нисә тапҡыр күрһә лә, шулай өндәшә ул. Баҡсала эшләп йөрөһәм дә: «Һаумыһығыҙ, һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һорай.
Баштараҡ, был әллә сирле баламы икән, тигән уй ҙа килеп ҡуйҙы башҡа. Уның шулай кешеләр менән һөйләшергә теләүенең сәбәбен аҙаҡ аңланым.
– Килмә, тим, бында еләкте тапайһың бит.
– Ҡамасаулап йөрөмә әле, ана, олатайың янына бар.
Өләсәһенең ҡысҡырыуына ҡарамай, Богдан һаман уның тирәһендә уралыуын белә.
– Баушка, а, баушка...– тип нимәлер һөйләнеп маташа.
Әммә апайҙа уның ҡайғыһы юҡ, еләк йыйыуын белә.
Богдан тегеләй-былай йөрөй ҙә, миңә ҡарап, тағы:
– Һаумыһығыҙ! Нимә эшләйһегеҙ? – ти.
Мин уның менән әҙерәк һөйләшергә булдым. «Исемең нисек?», «Нисә йәш һиңә?» тип һорайым, йылы һүҙ ишеткән малай беҙҙең баҡсаға уҡ килеп инде.
– Инмә унда, ҡамасаулама инәйгә. Күрәһең бит, ул эшләп йөрөй.
Өләсәһенең тауышына иғтибар итмәй, Богдан беҙҙең баҡса еренән бер машина тәгәрмәсе табып алды ла һорау­ҙар яуҙыра башланы.
– Был нимә ул?
– Тәгәрмәс.
– Нимәнеке?
– Машинаныҡы.
– Ә машинаһы ҡайҙа?
– Ватылған.
– Кемдеке ул машина?
– Улымдыҡы.
– Ә ул үҙе ҡайҙа?
– Эштә. Һинең һымаҡ бәләкәй саҡта уйнай торғайны ул машина менән. Кәрәкһә, ал...
Ул арала тағы өләсәһенең тауышы ишетелә:
– Богдан, тим, ҡамасаулама кешегә, сыҡ был яҡҡа, бар, ана, олатайың янына.
Тәгәрмәс тотҡан малай ҡыуанып, Василий ағайға хәбәрен һөйләй.
– Дед, а, дед, ҡара әле, мин нимә таптым...
...Бына шулай көнө буйы телдәр малайҙың тәтелдәүен тыңлап йөрөнөм. Йәлләп тә ҡуйҙым үҙен. Олатаһы ла, өләсәһе лә бар, ә уның менән һөйләшергә кеше юҡ.
Беҙ, өлкәндәр, ана шулай балалар менән һөйләшмәй, уларҙың һорауҙарына яуап бирмәй, үҙебеҙҙән этәрәбеҙ, ситкә тибәбеҙ түгелме? Шунан бала үҙе менән һөйләшерҙәй кешеләрҙе баш­ҡа ерҙән эҙләй башлай. Теләһә кем менән аралашып китеүен, алама компанияға эләгеүен, насар йоғонтоға бирелеүен аңламай ҙа ҡала ҡайһы бер ата-әсә.
Балаларыбыҙға бәләкәйҙән иғтибарлыраҡ булайыҡ. Һәр бер һорауына тулы яуап бирергә тырышайыҡ. Мәҫәлән, шул уҡ Богданға өләсәһе бәләкәй генә биҙрә тоттороп, бешкән генә еләктәрҙе күрһәтеп, шуларҙы нисек өҙөп алырға аңлатып, эргәһендә йөрөтһә, үҙе, еләктең нисек үҫкәнен һөйләп, ейәнен әүрәтһә, эшкә өйрәтһә, күпкә файҙалыраҡ булыр ине бит. Ул сағында башҡа эштәргә ылығырға ваҡыты ла, теләге лә булмаҫ ине баланың. Бәләкәстәрҙең бөткөһөҙ һорауҙарына яуап бирмәйенсә үҙебеҙҙе улар алдында яуапһыҙыраҡ тоябыҙ. Онотмайыҡ: киләсәк кеше­ләр яҙмышы алдында беҙ, өлкәндәр, яуап­лы.


З. МӘҺӘҘИЕВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: