Википедия интернет энциклопедияһын күптәр ҡуллана. Әммә Википедияны уҡырға, етешһеҙлектәре өсөн әрләргә генә түгел, уны яҙыуҙа ла ҡатнашырға, хаталарын да төҙәтергә мөмкин икәнен күптәр белеп етмәй.
Википедияның төрлө телдәрҙәге бүлектәре барлығын белеүселәр тағы ла әҙерәк. Башҡорт бүлеге бына 17 йыл инде әүҙем үҫә. Ул – башҡорт телендәге контентлы иң эре һәм иң күп уҡыла торған сайт. Википедия арҡаһында башҡорт теле компьютер линвистикаһы буйынса ике глобаль донъя проекты составына эләкте. Һөҙөмтәлә, башҡорт теле хәҙер 2009 йылда БМО эксперттары билдәләгәнсә үк мөшкөл хәлдә түгел.
Википедияла мәҡәләләрҙе ирекмәндәр яҙа. Һәр тел бүлегенең үҙ берләшмәһе бар. Башҡорт бүлегендә улар – башлыса өлкән быуын кешеләре, шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар ҙа бар. Ветерандар туған телендә бай тормош тәжрибәһе, күнекмәләре һәм белемдәре менән уртаҡлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәмғиәткә файҙалы кешеләр булып ҡалыуын дауам итә. Йәштәр интеллектуаль мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен тормошҡа ашыра, яңы компетенциялар үҙләштерә, мәғлүмәт даирәһен тикшерелгән һәм абруйлы сығанаҡтарҙан алынған белешмәләр менән байыта.
2023 йылдың апрелендә Башҡорт Википедияһында тәүге мәҡәләнең баҫылыуына 18 йыл тула. Проекттың символик мәғәнәләге бәлиғ булыуына ҡарата башҡорт ирекмәндәре “Мин – Википедия ирекмәне” тигән китап сығарырға теләй. Китапты ике телдә, кәм тигәндә 100 мең тамғалы итеп һәм һүрәттәр менән баҫтырыу күҙ уңында тотола. Википедиясылар үҙ миҫалында интеллектуаль ирекмән булыуҙың шәп яҡтары, һәр кемдең уларға ҡушыла алыуы тураһында һөйләр. Китап онлайн энциклопедия менән файҙаланырға, сифатлы һәм дөрөҫ мәғлүмәтле мәҡәләләрҙе мәҡәлә әҙерләмәләренән айырырға, фейктарҙы табырға һәм төҙәтергә өйрәтер. Ябай һәм аңлайышлы тел менән Википедияла мәҡәләләр яҙыу барышын, мәҡәләнең ниндәй булырға тейешлеген һәм нисек яҙылыуын аңлатыр.
Лайыҡлы китапты яҙыр өсөн лайыҡлы аҡсаһы ла кәрәк. Авторҙар коллективы бағыусыларҙан иғәнәләр йыйыу иғлан итә. Проектты ойоштороусылар грант конкурсына ғариза бирергә йыйына, ә бағыусыларҙың ярҙамы унда еңеп сығыуыбыҙ форсатын да арттырасаҡ.
Дуҫтар, башҡорт халҡының йәмәғәт проектына бөтә донъя менән ярҙам итәйексе. Һеҙҙең булышлығығыҙ бик кәрәк. Алдан уҡ рәхмәттәребеҙҙе еткерә торабыҙ.
Аҡса күсереү өсөн:
Карта номеры – 4198 0548 0396 8834 Уралсиб
Телефон номеры буйынса: 8 917 34 722 53 Уралсиб
Аҡсаны алыусыға хәбәр: Китап баҫтырыуға. ????????
Көндәлек отчет бында ҡуйыла https://vk.com/wall-66803702_1531
Рөстәм НУРЫЕВ.
Фото: userapi.com