+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
6 Август 2021, 10:00

Балыҡтағы селәүсендәр кешене сирләтә

Балыҡ итендә кешенең эсенә инеп, оҙаҡҡа сирләткән селәүсен бар. Уның исеме – описторх. Был селәүсендәр күбеһенсә бесәйҙәрҙең, эттәрҙең, сус­ҡаның һәм күп ҡырағай хайуандарҙың үт юлдарында йәшәй. Оҙонлоғо – 0,4 – 1,3 сантиметр, формаһы ҡыяр орлоғона оҡшаған.

Балыҡтағы селәүсендәр кешене сирләтә
Балыҡтағы селәүсендәр кешене сирләтә

Описторхтың йоморт­ҡалары ти­ҙәк аша сы­ғып аҡҡан һыу­ҙар менән йылғаларға, күлдәргә эләгә. Битиния төркөмөндәге моллюсктар уларҙы йота. Ике ай үткәс, был организмдарҙа описторх ҡорто килеп сыға. Ғәжәпләнмәгеҙ, күбәләк тә ҡорт ҡурсаҡҡа әүерелгәс кенә уның эсенән осоп сыға. Ошондай юлды үткән хайуандар күп.
Описторх ҡорто моллюсктар эсенән сыҡҡас, балыҡҡа йәбешеп, уның тиреһе аҫтына инә лә мускулға урынлаша. Ул үҙе 1,5 сантиметр булһа ла, бер миллиметрлы бөртөксә формаһында йомарланып ята. Балыҡ эшкәрткәндә быны күрергә лә була, ҡайһы саҡта иғтибарһыҙ ҡалыуы ла бар. Описторх ҡорто менән зарарланған балыҡ йүнләп эшкәртелмәһә, был паразит ауыҙ аша инеп, үт юлдарының эске ҡатламына йәбешә һәм үҙенең яңы хужаһы менән туҡлана башлай. Бының һөҙөмтәһендә үт юлдары елһенә, уның бауырҙа, үт ҡыуығында, ашҡаҙан аҫты биҙе юлдарында йәшәп ятыуы кешене сирле хәлдә тота.
Описторхтарҙың, ғәҙәттә, бер кешегә күпләп эйәләшкәнлеген һәм уларҙың ғүмере 15 – 25 йыл икәнлеген иҫәпкә алғанда, ниндәй проблема тыуғанын күҙ алдына килтерергә була. Өҫтәүенә, кеше тиҙәге аша күп йылдар дауамында тәүлек һайын 100-әр мең һәм миллионлап йомортҡалары сығып, тәби­ғәтте бысрата.
Өй шарттарында балыҡты туңдырып ҡына описторх ҡортонан ҡотолоп булмай. Унан кеше балыҡты бешереп ашағанда ғына һаҡлана ала. Тоҙланғанын әҙерләгәндә лә ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Балыҡты ҡурғанда уны йоҡа киҫәктәргә бүлеп, майға батырып, ҡапланған табала 20 – 25 минут әҙерләргә кәрәк. Бәлеш яһағанда, бер рәт кенә теҙеп, тиреһен өҫкә ҡуйып, йәйеп һалалар һәм 50 – 55 минут бешерәләр.
Описторх ҡортон эләктереү өсөн бешмәгән балыҡты аҙ ғына ҡабып алыу ҙа етә. Шуға белгестәр эшкәртелеп бөтмәгән осраҡта тәмләп ҡарарға ҡушмай. Балыҡ таҙартҡанда ҡулланыл­ған кәрәк-яраҡты ҡайнар һыу менән бешекләргә кәрәк. Һуңынан кер һабыны менән йыуыу кәңәш ителә. Шулай иткәндә күп төрлө паразит һәләк була.

Нәсимә һәм Марат ХӘЙҘӘРОВтар,
юғары категориялы табиптар.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: