+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
6 Август 2021, 09:00

"Гитара – минең дуҫым"

«Ҡош юлы. Балалар» республика телевизион конкурсы быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Гран-при Әбйәлил ҡыҙы Нәркәс Баймырҙинаға тапшырылһа, I урынды ошо уҡ райондан Динислам Ишмырҙин алды. «Ҡош юлы» тиеү менән гитарала уйнап йырлаған йыр-моң һөйөүселәр күҙ алдына килеп баҫа. Был проект күп яңы исемдәр асты. Үҫмерҙәр араһында ла ойошторолоуы башҡорт бардының үҫешендә мөһим әһәмиәткә эйә. Быға беҙ Динислам Ишмырҙин менән яҡынданыраҡ танышҡас тағы ла нығыраҡ инандыҡ. Динисламға – 16 йәш. Ул Асҡарҙағы 1-се мәктәптең IX синыфынан һуң Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға ингән, әле беренсе курсты тамамлаған.

"Гитара – минең дуҫым"
"Гитара – минең дуҫым"

– Динислам, һин ҡасан тәүге тап­ҡыр ҡулыңа гитара алдың?
– Был музыка ҡоралында уйнай башлауыма 5 йыл булды. Ә йырларға 5 йәштән өйрәндем. Тәүге өс аккордты атайым күрһәтеп бирҙе, артабан интернеттан ҡарап үҙем өйрәндем. Шулай итеп, 11 йәштән атайымдың гитараһында уйнаным.
– Ә «Ҡош юлы. Балалар» конкурсы тураһында ҡайҙан белеп ҡалдың?
– Әсәйем интернетта кастинг тураһында иғлан күреп ҡалған да миңә видео яҙҙырырға тәҡдим итте. Яңыны алмағайным әле, атайымдың гитараһында сығыш яһаным. Ул йылда мин II урын алдым. Икенсе йылында ла ҡатнаштым, тағы II урын булды. Өсөнсөһөндә ҡатнашманым. Быйыл иһә үҙемдең йырым менән тағы «Ҡош юлы»на килдем һәм I урын алдым. Конкурс барышында күп йырсылар менән таныштым. Улар мине күп нәмәгә өйрәтте: тауышты ҡуйырға, дөрөҫ итеп уйнарға йүнәлеш бирҙеләр. Беренсе тапҡыр ҡатнашҡанда минең остазым Альбина Шәмсетдинова булды. Кастингта уның йырын башҡарғайным, әммә үҙенең остаздар араһында буласағын белмәгәйнем. Альбина апай мине үҙенең командаһына алды. Икенсе миҙгелдә Илгиз Муллағәләмов етәкселегендә бик яҡшы аңлашып эшләнек. Дүртенсе миҙгелдә конкурста ҡатнашҡанда остазым Ильмира Имамова булды.
– «Ҡош юлы»нда ҡатнашыу һинең өсөн нимәһе менән әһәмиәтле булды?
– Мин тәүҙә күберәк урыҫ телен­дә йырҙар башҡара инем. Ә был конкурста башҡортса йырларға кәрәк. Әсәйем менән элек популяр булған, әле лә халыҡ яратып тыңлаған йырҙарҙы өйрәндек. Үҙемә лә оҡшаны.
– Был проект үҫмерҙәрҙе берләштерә, тип әйтеп буламы? Республикала гитарала уйнап йырлаусы балалар күпме?
– Ысынлап та, «Ҡош юлы. Балалар» йәш башҡорт бардтарын берләштерә. Конкурста өс йыл ҡатнашып, гитарала уйнап йырлаған бик күп уҡыусыларҙы күр­ҙем, барыһы ла яҡшы уйнай. Күп дуҫтар таптым.
– Үҙең кемдәрҙе яратып тыңлай­һың?
– Мин ныҡ музыка яратам, төрлөһөн тыңлайым. Үҙебеҙҙекеләр­ҙән иһә Тимур Ямалов, бигерәк тә «Мине көтә йыһан» тигән йыры, «Бүреләр» төркөмө оҡшай.
– Гитара һинең өсөн нимә ул?
– Гитара – ул минең дуҫым. Был музыка ҡоралында донъямды онотоп уйнайым. Әлеге гитарамды бүләк итеп бирелгән сертифи­кат, туйҙарҙа, төрлө сараларҙа уйнап йыйған аҡсаға һатып алдым. Бик сифатлы, хаҡы ла ҡиммәт: 28 мең һум тора.
– Электрогитара ябайынан нимә менән айырыла?
– Электрогитара бигерәк тә концерттарҙа уйнау өсөн һәйбәт: акус­тика менән тауышы матур яңғырай.
Һин музыка мәктәбендә уҡыныңмы?
– Юҡ, барыһына ла интернет аша өйрәндем. Синтезаторҙа ла уйнай белгәс, пианино ла еңел бирелә.
– Динислам, һин бик матур йырлайһың. Нәҫелегеҙҙә йырсы-музыканттар барҙыр? Тормошоңдо сән­ғәт менән бәйләргә теләмәйһең­ме?
– Эйе, атайым яғынан да, әсәйем яғынан да йыр-моң яраталар. Тик сәнғәт юлынан китергә уйламайым. Киләсәктә юридик белем алырға теләйем. Әммә йыр, гитара минең иң яратҡан шөғөлөм булып ҡаласаҡ. Әле лә көйҙәр яҙам. II курста уҡығанда уларҙы яҙҙырырмын, тип уйлайым. Шулай ҙа әлегә төп көстө уҡыуға бүлермен, тим.
– Тағы ниндәй яратҡан шөғөлдәрең бар?
– Техника яратам. Мотоциклда йөрөйөм. Физкультура оҡшай, тик миңә әле спорттың ҡайһы бер төрҙәре менән шөғөлләнергә ярамай, 18 йәштә йөрәгемә операция яһарға тейештәр.
– Һиңә һаулыҡ теләйбеҙ, Динислам. Ә йәйең нисек үтә?
– Каникулда ял итәм. 9 йәшлек Аслан ҡустым менән донъя көтәбеҙ. Атайым менән әсәйем эштән бушамай. Ҡайтыуҙарына мунса яғып торабыҙ. Хәҙер, студент булғас, ашарға бешерергә өйрәнеү ҙә бик кәрәк. Өләсәйҙәргә барып, баҡса эштәрендә ярҙам итәбеҙ.
– Үҫмерҙәргә ниндәй теләктәрең булыр?
– Беренсенән, конкурс ваҡытында минең йырымды оҡшатып, тауыш биргән уҡыусыларға рәхмәт әйтер инем. Гитарала уйнаусы, йырсы балаларҙың «Ҡош юлы. Балалар» проектында ҡатнашыу­ҙарын теләйем. Үҙең кеүек йыр-моң һөйөүселәр менән аралашыуы бик күңелле, остаздарҙан оҫталыҡ дәрестәре алаһың, телмәрең дә үҫешә, үҙ фекереңде ҡыйыу әйтергә өйрәнәһең, микрофондан ҡурҡмай башлайһың.
– Һиңә артабан да йырҙан, моңдан айырылмауыңды, алдыңа ҡуй­ған маҡсаттарыңа өлгәшеүеңде теләйбеҙ! Яуаптарың өсөн рәхмәт, Динислам!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: